Салауат Юлаев (16 июнь 1754 йыл — 26 сентябрь 1800 йыл) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат районының почетлы гражданы. 1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуған.